Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Сентябрь 2020, 04:28

Барығыҙҙы ла Белем көнө һәм яңы уҡыу йылы башланыу менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн 14:00 сәғәттә видеоконференция режимында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған "Хәтерләү - тимәк белеү" тип аталған Бөтә Рәсәй асыҡ дәрес уҙасаҡ. Онлайн-дәрестә РФ Президенты Владимир Путин ҡатнашасаҡ.


Хөрмәтле уҡытыусылар, уҡыусылар, мәғариф хеҙмәткәрҙәре һәм ата-әсәләр! 2019 - 2020 уҡыу йылы мәктәптең ҡәҙерен белергә өйрәтте. Ғөмүмән, был йылдың һуңғы сиреге тарихҡа инеп ҡаласаҡ.

Белем көнө барыбыҙ өсөн дә яҡын байрамдарҙың береһе. Ул мәғариф системаһы, уҡыусы һәм уҡытыусылар өсөн генә түгел, ә барлыҡ йәмғиәт өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки бөгөн яңы белем һәм асыштарға, киләсәккә юл асыла. Яңы уҡыу йылы уҡыусыларҙы һәм педагогтарҙы компьютер-гаджеттарға бәйләп түгел, ә тере аралашыуға, мауыҡтырғыс дәрестәргә, яҡшы билдәләргә һәм яңы асыштарға бай булһын!

Ә Башҡортостанда иһә яңы уҡыу йылында һәр дүшәмбе билдәле кешеләр алып барған телевизион дәрестәр дауам итәсәк. Сама менән ике сәғәттән (10:00) тәүге асыҡ дәрес башланасаҡ, уны Радий Хәбиров алып барасаҡ.

Фото: "Тамыр".
Читайте нас