Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Августа 2020, 06:30

Бәлки, иртәгә еңеү килер…

Бөгөн футбол буйынса Рәсәй Премьер-лига беренселеге ике осрашыуы менән алтынсы турын башлай.

«Спартак» командаһы «Арсенал»ды ҡабул итһә, икенсе уйында чемпионат дебютанттары – «Ротор» клубы менән «Химки» үҙ-ара көс һынашасаҡ.
Иртәгә иһә, ҡалған алты бәйге уҙасаҡ. «Өфө» футболсылары «Динамо»ны ҡабул итә. Мәскәү клубы быға тиклем беренселек лидерын еңеп, беҙгә күтәренке кәйеф менән киләсәк. Уҙған миҙгелдә улар үҙ-ара ике осрашыу уҙғарып, береһендә 0:0 иҫәбенә таралышып, икенсеһендә «Динамо» 1:0 менән өҫтөнлөк иткәйне. Ғөмүмән, улар 10 официаль осрашыу уҙғарып, әлегә береһендә лә беҙҙекеләр еңеү яулағаны юҡ. Ете уйында «Динамо» өҫтөнлөк итеп, өс бәйге тигеҙ иҫәпкә тамамлана.
Фото:ТАСС
Читайте нас