Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Августа 2020, 05:59

Радий Хәбиров Көйөргәҙе районында күсмә “Сәнәғәт сәғәте” кәңәшмәһе үткәрҙе

Сарала көнүҙәк мәсьәләләр - республикала тәбиғи газды файҙаланыуҙы киңәйтеү булды.

"Газпром трансгаз Өфө” компанияһы директоры Шамил Шәрипов “Газпром Башҡортостанда” ассоциацияһы тураһында һөйләне. Компанияның 17 предприятиеһын берләштергән проектта 30 мең кеше эшләй.2019 йылда дөйөм һалым күләме - 20 миллиард һум, ә инвестиция күләме 23 миллиард һумды тәшкил иткән. Башҡортостан тәбиғи газды мотор яғыулығы сифатында файҙаланыу һәм газ заправкалау станцияларын үҫтереү буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе булып иҫәпләнә. Быйыл, мәҫәлән, республикала бындай 18 станция файҙаланыуға тапшырылған. “Газпром”дың төбәктәге уңышлы эшмәкәрлеге арҡаһында, республика етештереүселәре тауарҙарын ҡулланыу күрһәткесе лә артҡан. Радий Хәбировҡа был башланғыс оҡшаны һәм Башҡортостан менән “Газпром”дың хеҙмәттәшлек комиссияһы булдырырға тәҡдим итте. Ваҡытында ошондай уҡ килешеү “Башнефть” һәм “Ростех”тың үҙ ара хеҙмәттәшлек итеүендә яҡшы һөҙөмтә күрһәткән. "Тәбиғи газ – Башҡортостандың энергетик балансы нигеҙе", - тине Шамил Шәрипов. Республика йыл да 15 миллиард кубометр газ тотона. Уның күп өлөшө йылылыҡ һәм электр энергетикаһында, сәнәғәттә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡта яғыулыҡ булараҡ файҙаланыла. Кәңәшмәлә “Салауат” индустрия паркының инвестициялар буйынса директоры Алексей Балянов “Газпром нефтехим Салауат” компанияһының юғары технологиялы етештереүсәнлек мөмкинлеге тураһында һөйләне. Был предприятиены “Алға” махсус иҡтисади биләмәһенә индереү кәрәк, тине ул. Радий Хәбиров был тәҡдимде БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Илшат Тажетдиновҡа өйрәнергә ҡушты. - Беҙҙә эшкәртеү өсөн етерлек кимәлдә газ бар. Башҡа төбәктәрҙә булмаған был өҫтөнлөгөбөҙ бар икән, был проект мотлаҡ тормошҡа ашырылырға тейеш, - тине Башлыҡ. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас