Өфө ҡалаһы хакимиәтенең рәсми сайтында “дежур” балалар баҡсаларының исемлеге барлыҡҡа килде. Был ойошмалар иртәгәнән, 26 августтан эш башлаясаҡ. “Дежур” төркөмдәр 193 муниципаль һәм 86 шәхси балалар баҡсаларында ойоштороласаҡ.
Баланы теге йәки был төркөмгә биреү өсөн ул элек йөрөгән балалар баҡсаһының етәксеһе менән бәйләнешкә инергә кәрәк.
“Дежур” төркөмдәрҙең исемлеге менән ҡала хакимиәтенең рәсми сайтында танышырға йәки 8 (347)279-03-73 һандарын йыйып белешергә мөмкин.