Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Августа 2020, 19:19

Актер Михаил Ефремовҡа язаны йомшартыуҙары ихтимал

Билдәле актер иҫерек килеш кешене автомобилдә тапап үлтергәйне.

Билдәле актер Михаил Ефремов руль артына иҫерек килеш ултырып, бер кешенең үлемендә ғәйепле булғайны. Әлеге ваҡытта был хәл Мәскәү судтарының береһендә ҡарала.
“Известия” гәзите яҙыуынса, элек судья булып эшләгән Александр Меликовтың һүҙҙәре буйынса, актерҙы биш йылға төрмәгә ултыртыуҙары ихтимал. Әгәр ҙә инде ул үҙен яҡшы тотһа, йыл ярымдан сығарасаҡтар, ти хөкөмсө.
Язаның икенсе сценарийы ла бар: Ефремовты төрмәгә түгел, ә колония-поселениеға ебәреүҙәре лә ихтимал. Бындай ҡарарға, судьяның һүҙҙәре буйынса, ғәҙәттә ыңғай характеристика һәм билдәле кешеләрҙең яҡлап сығыш яһауы тәьҫир итә.
Фото: РИА Новости
Читайте нас