Яңы уҡыу йылы алдынан республиканың традицион август кәңәшмәһе онлайн – форматта уҙҙы
БР башлығы Радий Хәбиров кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, педагогтарға дистанцион белем биреүҙе камиллаштырырға ҡушты:
—Беҙҙе еңел булмаған һынауҙар көтә. Уҡыу йылы башланыу менән 900 мең самаһы уҡыусы һәм 65 мең педагог мәкерле коронавирус янаған биналарға киләсәк. Һеҙ барлыҡ ҡағиҙәне беләһегеҙ, беҙҙе дисциплина ғына ҡотҡарасаҡ – үҙегеҙ ҙә, балаларҙы ла Роспотребнадзор тәғәйенләгән режимды күҙәтергә тейеш. Битлек режимы һәм башҡа эпидемиологик ҡағиҙәләр оҙаҡҡа һуҙыласаҡ. Мәғариф министрлығын һәр төрлө сценарийға әҙер булырға саҡырам. Әгәр ҙә хәлдәр ҡатмарлашып китһә, беҙгә яңынан дистанцион уҡытыуға күсергә тура киләсәк. Был осраҡта методик яҡтан ғына түгел, ә уҡытыусыларҙың да дөрөҫ йүнәлештә эш алып барыуы мөһим, — тине Радий Фәрит улы.
БР мәғариф министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, дистанцион белем биреүҙе ойоштороуға етди әҙерлек алып барыла. 1 сентябргә ҡарай махсус портал эш башлаясаҡ, әлегә дәрестәр конструкторы эшкәртелә, тине Айбулат Вәкил улы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 - 2020 уҡыу йылында республика мәктәптәре 6 апрелдән алып дистанцион белем алыуға күсте. БР Мәғариф министрлығы тарафынан ойошторолған һораулама, дистанцион белем алыу һөҙөмтәһендә, онлайн-ресурстар менән ҡулланыусы уҡытыусылар һаны 64 проценттан 93 процентҡа тиклем артыуын күрһәткән. Төбәк уҡыусыларының 74 проценты дистанцион дәрестәр өсөн етерлек техникаға эйә. Әйткәндәй, анкетаға яуап биреүсе уҡыусыларҙың яртыһы тиерлек (46 процент) ғаилә менән күберәк ваҡыт уҙғарыу мөмкинлегенә ҡәнәғәтлек белдергән.