Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Августа 2020, 18:31

Башҡортостанда һөт ризыҡтарына йод өҫтәй башлаясаҡтар

Бындай ҡарарға хөкүмәт етәкселәрен республика халҡы организмына йод етешмәүе этәргән.

Башҡортостанда “Һөт кухняһы” ризыҡтарына йод өҫтәй башлаясаҡтар. Был хаҡта Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Алексей Гусев хәбәр итә. Балалар аҙыҡтары рецептураһына йодоказеин өҫтәү буйынса эш күптән алып барыла.
Гусевтың һүҙҙәре буйынса, республика халҡы йод етешмәүҙән яфалана. Кәрәкле матдә менән байытылған ризыҡ был мәсьәләне хәл итеүҙә ҙур аҙым булмаҡсы.
Ошо арала республикала шулай уҡ балалар өсөн махсуслаштырылған кеҫәл етештерелә башлаясаҡ. Проектты “Башҡортостан үләндәре” компанияһы тормошҡа ашыра. Был осраҡта йод ҡына түгел, ә башҡа файҙалы микроэлементтар менән ризыҡты байытыу ҙа күҙ уңында тотола. Был юҫыҡта эштәр “Демография” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.
Фото: pixabay.com
Читайте нас