Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Августа 2020, 19:54

Ирҙәр ҙә боҙомға ышаныр икән..

Ғафури районында йәшәгән 62 йәшлек ир 50 мең һумға яҡын аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.

Уның өйөнә ят ҡатын килеп, һиңә боҙом һалғандар, тип, ирҙе "ҡотҡарыр өсөн" әпсен-төпсөнөн эшләгән дә, шуның өсөн аҡса һораған.
Ирҙең ҡулаҡсаһы булмағас, ҡатынҡай, мобиль банк аша күсерергә мөмкин, тигән.
Хужа ризалашып, телефонында банк иҫәбенә онлайн-ҡушымтаны асҡан. Шул уҡ мәлдә өйгә икенсе ҡатын килеп инеп, ирҙең гаджеты аша билдәһеҙ иҫәпкә 50 меңгә яҡын аҡсаны шылдырған.
Аҡсаны күсергәс тә, мутбисәләр тайған.
Ир аҡсаһыҙ ҡалғанын белгәс, полицияға мөрәжәғәт иткән.
Был факт буйынса енәйәт эше асылған, тип белдерә БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.
Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.
Читайте нас