Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Августа 2020, 19:10

Чемпиондар араһында «Салауат Юлаев» - өсөнсө

Ҡазанда уҙған хоккей буйынса миҙгел алды Чемпиондар турнирында «Салауат Юлаев» командаһы өсөнсө урын өсөн СКА клубын буллит серияһында 4:3 иҫәбенә еңеп, призлы урын яуланы.

Ә инде төп призға майҙан хужалары – «Аҡ барс» уйынсылары эйә булды. Улар беренсе урынға «Металлург» хоккейсыларын 4:3 иҫәбенә алдырып өлгәште.
Шулай итеп, тәүгә уҙғарылған бәйгелә, «Аҡ барс» - беренсе, «Металлург» - икенсе һәм «Салауат Юлаев» өсөнсө күрһәткескә өлгәште. СКА иһә, дүртенсе.
Фото;ТАСС
Читайте нас