Чемпионат лидеры – «Зенит» клубы «Тамбов» футболсыларын ҡабул итһә, көтмәгәндә икенсе урынға күтәрелгән «Динамо» уйынсылары Тулала урындағы «Арсенал» менән көс һынашасаҡ. Турнир таблицаһының туғыҙынсы баҫҡысында урынлашҡан «Өфө» командаһы, иртәгә уларҙан бер мәрәйгә ҡалышҡан «Ростов» футболсыларын ҡабул итә. Шулай уҡ, иртәгә «Спартак» клубы «Локомотив» менән уйнай.