Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Августа 2020, 11:15

Тура эфир ваҡытында урлашҡан

Өфөлә ике иҫерек егет Ҡунаҡ-һарайҙа бер ирҙең 3 мең һум аҡсаһын талап алған.

Бурҙарҙың береһе енәйәт ҡылған ваҡытта социаль селтәрҙә тура эфир алып барған.Таланыусы ир уның социаль селтәрҙә теркәлгән исемен күреп өлгөрә. Һәм кеше талаусылар хаҡында полицияға хәбәр итә. Уларҙы тиҙ арала ҡулға алалар һәм енәйәт эше асалар. Талау юлы менән алынған аҡса хужаһына ҡайтарыла.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас