Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирус менән сирләү осраҡтары йышыраҡ күҙәтелгән райондар буйынса мәғлүмәтте яңыртты. Статистикаға яраҡлы, Өфө ҡалаһы сирлеләр һаны буйынса лидер булып ҡала. Бөгөнгө көнгә баш ҡалабыҙҙа коронавирус менән сирлеләр өс меңгә етеп бара – 2923.
Һуңғы тәүлек эсендә республикала 34 кешегә COVID-19 диагнозы ҡуйылған. Республикала коронавирус менән сирләүселәр һаны 7469 кешегә етте. Шул иҫәптән Өфөлә – 19 кешегә, Туймазы районында – өс, Өфө, Шишмә райондарында һәм Октябрьский ҡалаһында – икешәр, Асҡын, Ишембай, Нуриман, Тәтешле, Учалы райондарында һәм Нефтекама ҡалаһында – берешәр кешегә артҡан.