Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Августа 2020, 17:47

Етем балаларҙы йәберләгән тәрбиәсе 8 мең һум штраф түләйәсәк

Балаларҙы бер-береһе менән һуғыштырып, һүгенеп әрләп, ауыҙҙарын скотч менән йәбештереп, линейка менән туҡмап, мыҫҡыл итеүен видеоға төшөрөп, һуңынан интернетҡа һалған ҡыҙҙы хәтерләйһегеҙме?

Физик ҡына түгел, рухи яҡтан йәберләгән тәрбиәсе махсус белемһеҙ эшкә урынлашҡан булған. Судта ул ғәйебен таныған, ҡылығы өсөн үкенес белдергән. Ә социаль приют етәксеһе, тикшереү башланыу менән, үҙ теләге менән эштән киткән. Фото: социаль селтәрҙәр.
Читайте нас