Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Августа 2020, 03:18

Ҡырмыҫҡаға - тоҙаҡ

Быйыл ҡырмыҫҡа күп. Улар, тәү сиратта, ағастарға үлән бете (тля) ташый. Ағасҡа ҡоротҡостарға ҡаршы төрлө препарат һиптереп ҡараным. Һөҙөмтәһе булманы.

Нәҙекәйбилдәр барыбер ағаста йөрөй. Ағыуҙы ямғыр һыуы тиҙ генә йыуып төшөрә, ахыры. Кибеттән себен тота торған йәбештергес таҫма һатып алдым. Уның оҙонлоғо ярты метр. Хәҙер ошо яйланма менән ағастың олонон уратам. Бөтә бөжәк, шул иҫәптән ҡырмыҫҡалар ҙа бында йәбешеп ҡала. Ботаҡтарға үрмәләй алмайҙар. Һеҙ ҙә ҡулланып ҡарағыҙ.
Фото: Т.Аманов
Читайте нас