Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирус менән сирләү осраҡтары йышыраҡ күҙәтелгән райондар буйынса мәғлүмәтте яңыртты. Статистикаға яраҡлы, Өфө ҡалаһы сирлеләр һаны буйынса, һис шикһеҙ, лидерҙар исемлеге башында. Бөгөнгө көнгә баш ҡалабыҙҙа 2869 кешенең коронавирус менән сирләүе асыҡланған.
Тәүге “бишәү” исемлегендә шулай уҡ Нефтекама ҡалаһы – 519, Бәләбәй районында – 320, Туймазы районы һәм Стерлитамаҡ ҡалаһында – 305-шәр.
Һуңғы тәүлектә иң күп яңы сирлеләр һаны Өфөлә – 31 кешегә, Ауырғазы районында – өс кешегә, Бөрө районында – бер кешегә артҡан.
Үткән тәүлектә барлығы 35 кешегә COVID-19 диагнозы ҡуйылған. Республикала коронавирус менән сирләүселәр һаны 7340 кешегә етте.