Унда юлаевсыларҙан тыш, «Металлург», СКА һәм майҙан хужаларының ҡатнашыуы көтөлә. ЦСКА клубы бәйгенән баш тартҡан.
Өфөләр беренсе осрашыуын, 19 август «Металлург» менән уҙғарһа, иртәгәһенә СКА менән көс һынашасаҡ. Ә инде 22 августа «йәшел дәрби»ҙа, әлеге лә баяғы «Салауат Юлаев» уйынсылары менән «Аҡ барс» сәкәләшәсәк.