Башҡортостанда мәкерле сир тағы ла бер кешенең ғүмерен өҙҙө. 1957 йылғы ир - Өфө ҡалаһынан. Коронавирустан тыш, ул ишемик йөрәк ауырыуынан да дауаланған.
Был кеше – республикала коронавирустың егерме етенсе ҡорбаны.
Министрлыҡ хәбәр итеүенсә, һуңғы тәүлектә тағы ла утыҙ дүрт кешегә COVID-19 диагнозы ҡуйылған. Һауығыусылар – ун туғыҙ кеше.