Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Августа 2020, 20:27

“Ғаиләм - минең ҡәлғәм”

Республикала “Ғаиләм - минең ҡәлғәм” видеоконкурсына ғариза ала башланылар. Был ижади бәйге "Шәжәрә байрамы" сиктәрендә үткәрелә.

Ҡатнашыр өсөн видеопрограмма әҙерләргә кәрәк (ул 10 минуттан артырға тейеш түгел):

- "Минең ғаиләм" - театрлаштырылған визитка (2 минутҡа тиклем);

- "Ғаилә тантанаһы" - ғаилә традициялары, йолалары нигеҙендә әҙерләнгән театрлаштырылған миниатюралар (2 минутҡа тиклем);

- "Бишек йыры" - ғаиләлә башҡарылған бишек йыры (2 минутҡа тиклем);

- "Йондоҙло ғаилә" - ғаилә концерт номеры (3 минутҡа тиклем).

Видеоматериалды #семьямоякрепостьбашкортостан хэштегы менән социаль селтәргә ҡуйырға, шулай уҡ ғаризаны тултырып, ойоштороу комитетының электрон адресына ебәрергә gukrcnt@mail.ru.
Тулыраҡ мәғлүмәттәрҙе телефон аша алырға мөмкин: 8(347)289-65-50.
Конкурс 20 авгусҡа тиклем дауам итә. Ойоштороусылар - БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге.
Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.
Читайте нас