Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Августа 2020, 19:22

Октябрьскийҙан ҡатынды алдағандар...

Әлеге лә баяғы ялған "банк хеҙмәткәрҙәре" инде.

54 йәшлек ҡатынға шылтыратып, һеҙҙең исемгә кредит алырға самалайҙар, быға юл ҡуймаҫ өсөн йәһәт кенә мобиль банк ҡушымтаһына инеп, бер нисә операцияны башҡарыр кәрәк, тип ҡурҡытҡандар.
Албырғауҙан ҡатын әйткәндәрҙе үтәгән. Бер аҙҙан уның исеменә 114 мең һумға кредит алыуҙары хаҡында смс килгән.
Ҡатын "банк хеҙмәткәренә" шул турала хәбәр иткәс, шылтыратыусы үҙенең банк хеҙмәткәре түгеллеген, ни бары аферист икәнен танып, бәйләнеште өҙгән.
Эсе бошҡан ҡатын банктың ҡайнар линияһына шылтыратҡас, уның исеменә кредит алып, аҡсаны икенсе иҫәпкә күсереүҙәрен раҫлағандар.
Был факт буйынса енәйәт эше асылған.
Фото: автор.
Читайте нас