Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Августа 2020, 04:00

13 август

Брадис Елизавета Модестовна (1900—5.05.1975), ғалим-геоботаник. Биология фәндәре докторы (1952), профессор. Рус телендәге «Определитель высших растений Башкирской АССР» белешмә китабын төҙөүселәрҙең береһе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Псков ҡалаһынан.

Баширова Зинаида Дмитриевна (1935), педагогик хеҙмәт ветераны, 1977—2002 йылдарҙа Стәрлетамаҡтың 23-сө урта мәктәбе (хәҙер 2-се гимназия) директоры. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Стәрлетамаҡтың почётлы гражданы. Ғосманов Үзбәк Ғосман улы (1935—25.09.2016), ғалим-иҡтисадсы. 1965 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлеге хеҙмәткәре, 1968 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1971 йылдан —сектор мөдире; 1989–1997 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университетының ауыл хужалығы иҡтисады кафедраһы мөдире. Рәсәй Ауыл хужалығы фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы (1997), Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы академигы (1991), иҡтисад фәндәре докторы (1988), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының (1994) һәм Башҡорт АССР-ының (1984) атҡаҙанған фән эшмәкәре. М. И. Тоҡомбәтов исемендәге премия лауреаты. Дуҫлыҡ (2006), Салауат Юлаев (2015) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Таймырҙа ауылынан. Мазин Михаил Григорьевич (1935), партия һәм хужалыҡ органдары ветераны. Халыҡ депутаттарының Ейәнсура район Советы башҡарма комитетының элекке рәйесе, ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Вәлиуллин Рим Шәйҙулла улы (1945), спортсы, тренер. 1969—2006 йылдарҙа Өфөләге «Нефтсе» спорт комбинаты, бер үк ваҡытта 1974—1976 йылдарҙа һәм 1980 йылда СССР һәм 1974—1976 һәм 1980—1981 йылдарҙа РСФСР йыйылма командалары тренеры. Бокс буйынса РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1975) һәм республика категорияһындағы судья (1978). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1995). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан. Әмирханов Сәлихйән Шәрифйән улы (1950), музыкант, Нефтекама ҡалаһының Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Мөғәллимов Фәнзил Мәүләүи улы (1950), ғалим-инженер-электромеханик. 1993 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы; 1994—1996 йылдарҙа Үткәргес торба системаларын диагностикалау үҙәге директоры, 2003—2004 йылдарҙа төп ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта 2002 йылдан «Востокнефтегаз» фәннитехник фирмаһының генераль директоры. Техник фәндәр докторы (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2000). И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (1983). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районы Яҡуп ауылынан. Ил һәм донъя буйынса Джозеф Альберт Альбердингк Тим (1820—1889), Голландия яҙыусыһы, нәшерсе һәм әҙәби тәнҡитсе. Энни Окли (1860—1926), АҠШ-тың цирк артисткаһы. Илья Шакунов (1970), Рәсәйҙең театр һәм кино актёры. Алан Ширер (1970), Англия футболсыһы, Премьер-лига тарихындағы иң яҡшы бомбардир. Кейси Аффлек (1975), АҠШ-тың театр, кино һәм телевидение актёры, «Оскар» кинопремияһы лауреаты. Стас Пьеха (1980), Рәсәй йырсыһы. Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар Бөтә донъя һулаҡайҙар көнө.
Фото: Т.Аманов
Читайте нас