Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Августа 2020, 18:26

Юл фажиғәләре - 11 август

Кисә республика юлдарында 13 автомобиль аварияһы теркәлгән, ике кешенең ғүмере өҙөлгән, 15 кеше травмалар алған.

Кисен Әбйәлил районының Ташбулат ауылында "Hyundai Elantra" менән "Газель" машиналары бәрелешкән.
Бәрелешеүҙән ике машина ла янып киткән.
"Hyundai"ҙың водителе, 24 йәшлек егет, алған яраларҙан реанимацияла йән биргән.
Уның 49 йәшлек пассажиры (Салауат районынан ир) авария урынында һәләк булған.
"Газель" машинаһының 63 йәшлек водителе (Пенза өлкәһенән) имен ҡалған.
Уҙған тәүлектә БР ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре 30 иҫерек водителде тотҡан, урланған ике автомобилде эҙләп тапҡан.
Фото: БР ЮХХДИ матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас