Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Августа 2020, 02:15

Йәшел килеш йолҡмағыҙ

Һуғанығыҙҙы түтәлдән ала башла­нығыҙмы әле?

Был йәшелсәне ҡояшлы көндә йолҡоп, тәүҙә түтәлдә ике-өс көн киптерегеҙ. Ҡояш нурҙары – тәбиғи зарар­һыҙландырыу сараһы. Һабағы йәшел булғандарына теймәгеҙ. Сөнки ундай­ҙарын ваҡытынан алда өҙһәгеҙ, тиҙ серейәсәк. Һуған түтәле бушағас, арыш, гәрсис кеүек тупраҡты туҡландырыусы сидераттар сәсеп ҡуйығыҙ.
Фото: пиксбей
Читайте нас