Өфө сәнғәт училищеһына (колледж) алты яңы рояль һәм туғыҙ Kawai фортепианоһы алынды. Был музыка ҡоралдары "Мәҙәниәт" милли проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса әҙерләнгән "Мәҙәни мөхит" төбәк проектына ярашлы килтерелде.
Бының менән генә бөтмәй әле - училищеға оҙаҡламай тағы өр-яңы һигеҙ Yamaha һатып аласаҡтар.
Милли проектта, шулай уҡ республика проекттарында мәҙәниәт учреждениеларын йыһазлау буйынса байтаҡ маҡсат ҡуйылған.
Фото: БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан.