Ә бына Стәрлетамаҡта йәшәүсе 79 йәшлек әбейгә ике ят ҡатын килеп, ғаиләгеҙгә боҙом һалғандар, тигәс, әбекәй ышанған да ҡуйған.
Боҙом арҡаһында ҡыҙығыҙҙың үлеүе лә мөмкин, тигәнде ишеткәс, әбекәй аңын юя яҙып, мутбикәләрҙең әйткәнен үтәргә ашыҡҡан.
Пенсионерҙың ҡыҙын "ҡотҡарыу" процедураһына, әлбиттә, аҡса талап ителгән. Ҡыҙын ҡотҡарырға теләгән әбей 40 мең һум аҡсаһын ҡатындарға тотторған.
Алданыуын аҙаҡ ҡына аңлаған...
Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәтселәрҙе эҙләй.
Фото: Башҡортостан буйынса РФ ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.