Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Августа 2020, 19:54

Кеше юғалған

Ҡырғыҙ-Миәкә ауылынан Лилиә Ҡулыева юғалған. Ул элек тә юғалып, уны Мәскәү, Ырымбур, хатта Хабаровск яғынан кире эҙләп табып алып ҡайтҡандар. Шуға ла иғланды күберәк таратыу кәрәк ине, дуҫтар.

26 йәшлек ҡыҙ 2 августан бирле юҡ.

Билдәләре: буйы 158 см, ябыҡ, оҙон һары сәсле, ҡуңыр күҙле.​

Өҫкө яғы алһыу, салбары ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге пижамала.

Медицина ярҙамына мохтаж.
Һәр ҡалала йәки ауылда булыуы ихтимал.

Мәғлүмәттәрҙе ошо телефондар буйынса көтәләр: 8 927 331 66 96, 8 967 456 73 18

Ирекмәндәрҙең ярҙамы талап ителә!

Фото: туғандарынан.
Читайте нас