Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Августа 2020, 12:57

Быйылғы өс призды ла «Зенит» яуланы

«Зенит» футболсылары «Локомотив» командаһын 2:1 иҫәбенә еңеп, үҙ тарихында Рәсәй суперкубогын бишенсе тапҡыр яуланы.

Ул йәһәттән ЦСКА клубы алдынғылыҡты бирмәй. Улар 2003 йылдан алып уйнатылған суперкубокка ете тапҡыр эйә булды. Уҙған миҙгел еңеүсеһе – «Локомотив» командаһы төп призды өс тапҡыр яулай. Шулай уҡ «Рубин»ға - ике һәм «Спартак» уйынсыларына ул бәхет бер тапҡыр йылмая.
Фото:ТАСС
Читайте нас