Киске сәғәт алтынсыла фатирына килеп, бәлиғ булмаған балаларығыҙға аҡса килтерҙем, тигән ир, тейешле документтарҙы тултырғас, 600 һум ҡайтарым булырмы, тип белешкән.
Ҡатын, ҡулаҡсам юҡ, тигәс, аферист уға банкоматтан аҡса алып килергә тәҡдим иткән: "Ә мин һуңыраҡ килермен".
Тулҡынланған ҡатын иҫәптән 600 һум аҡсаһын алып, подъезд янында иргә тапшырған. Аферист уға икешәр мең һумлыҡ ике купюра тотторған.
Ҡатын ҡыуанып банкоматҡа кире барған, әммә купюраларҙы һала алмаған. Шунда ғына алданғанын аңлаған.
Полицияла енәйәт эшен асҡандар, мут әҙәмде эҙләйҙәр, тип белдерә РФ ЭЭМ Өфө ҡалаһы буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте.
Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.