Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Августа 2020, 05:55

Владимир Путин "ДОМ.РФ" эшмәкәрлеге хаҡында отчет тыңланы

Рәсәй Президенты кисә Кремлдә "ДОМ.РФ" етәксеһе Виталий Мутко менән осрашты. Ярты йыл ғына эшләгән торлаҡ тармағына бәйле был үҫеш институты халыҡҡа нисегерәк файҙа килтерә?

«ДОМ.РФ» акционер йәмғиәтенең генераль директоры Виталий Мутко Владимир Путинға торлаҡ төҙөлөшө һәм ипотека кредитына булышлыҡ итеү саралары, киләсәккә пландар хаҡында һөйләне.
"ДОМ.РФ"-тың төп бурысы - дәүләттең торлаҡ сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыуға ярҙам итеү. Был - торлаҡ төҙөлөшө, ипотека, ер участкалары мәсьәләләре. Үҫеш институты үҙе оператор булараҡ та сығыш яһай. Йәғни ойоштора, контролләй.
Льготалы ипотека биреү күләмен арттырыу тураһында ла һүҙ барҙы. Процент ставкалары, моғайын, йылдан-йыл кәмей барыр. Сөнки етәкселек халыҡтың хәлен аңлаған кеүек.
Торлаҡ төҙөлөшөндә өлөшсө булып күпме кеше алданды. Хәҙер төҙөлөштө алып барыусылар күҙәтеү аҫтында тиерлек, эскроу-иҫәп тигән яңы алым асылды. Эш дауам итә. Күҙ һалһаң, тирә-йүндә төҙөлөш ғәләмәт шәп темптарҙа барған һымаҡ. Әммә кеше күбеһенсә үҙ иҫәбенә төҙөй.
Фото: Кремлин.ру
Читайте нас