Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Августа 2020, 10:21

Юл фажиғәләре - 5 август

Уҙған тәүлектә Башҡортостан юлдарында 17 автомобиль аварияһы теркәлгән, 4 кеше һәләк булған, 14 кеше травмалар алған.

Белорет ҡалаһында киске сәғәт унынсыла 67 йәшлек ир "Лада Калина" машинаһында 64 йәшлек ҡатынды тапаған. Юлды билдәләнмәгән ерҙән сығып барған йәйәүле "Тиҙ ярҙам" килгәнгә тиклем йән биргән.
Бер сәғәт һуңғараҡ Шишмә районында 64 йәшлек ир ВИС машинаһында юлдан осоп төшөп түңкәрелгән. Ауыр яраланған водитель авария урынында үлгән, ә уның 51 йәшлек пассажиры дауаханаға эләккән.
Таңғы сәғәт дүртенселә Мәләүез районында, Салауат ҡалаһына етәрәк, Стәрлетамаҡтан 20 йәшлек егет ВИС-234900 машинаһында 38 йәшлек ирҙе тапай. Салауат ҡалаһынан булған йәйәүле юлды билдәләнмәгән ерҙән үтеп барған. Үлемесле яраларҙан ул йән биргән.
Тәүлек эсендә 30 иҫерек водитель тотолған, урланған ике автомобиль эҙләп табылған.
Фото: БР ЮХХДИ матбуғат сайты.
Читайте нас