Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Августа 2020, 06:10

Йәш эшҡыуарҙарҙы конкурста ҡатнашырға саҡыралар

Башҡортостанда "Рәсәйҙең йәш эшҡыуары" конкурсының төбәк этабы башланды. Уның маҡсаты - эшҡыуарҙың ыңғай образын күрһәтеү, бизнесҡа йәштәрҙе йәлеп итеү.

Был конкурс рәсәйҙә Владимир Путин ҡушыуы буйынса әҙерләнеп ғәмәлгә ашырылған "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси башланғыстарға булышлыҡ итеү" милли проекты маҡсаттарына ирешергә лә ярҙам итәсәк.
Еңеүселәр үҙҙәрен федераль кимәлдә күрһәтә ала. Шулай уҡ бөтә Рәсәй, халыҡ-ара форумдарҙа ла ҡатнашыу мөмкинлеге буласаҡ. Конкурс номинациялары төрлө: «Интернет-предпринимательство», «Сельскохозяйственное предпринимательство», «Франчайзинг», «Социальное предпринимательство», «Производство», «Инновационное предпринимательство», «Торговля», «Сфера услуг».
Төбәк этабында Башҡортостанда йәшәп эшләүсе һәр йәш бизнесмен ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Был турала АИС "Молодежь России" сайтында белешергә мөмкин.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас