Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Августа 2020, 13:15

Башҡорт балы Европа һәм Азия илдәрендә һатыласаҡ

Француз инвесторҙары Башҡортостанда 50 мең күскә иҫәпләнгән ҙур умарталыҡ аса һәм бал сифатын тикшереү буйынса лаборатория булдыра.

Патрик Хоффман менән Антуан Менделовичтар башҡорт балын сит илдәргә экспортлай башлауҙы планлаштыра.
Бынан тыш, башҡорт бал ҡорттарын һаҡлап ҡалыу буйынса эш алып барыласаҡ. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр иткән.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас