Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Августа 2020, 13:18

Гәүһәр юбилярҙар

Учалы районының Орловка ауылында йәшәүсе Сания һәм Рәис Шәмиғоловтар гәүһәр туйын билдәләне.

Ғүмер буйы иген иккән, юғары уңыштарға өлгәшкән Рәис ағай - Учалы районының почетлы гражданы, ҡатыны Сания апай ҙа ҡырҡ йылдан ашыу төрлө эштәрҙә эшләп, хеҙмәт ветераны исемен яулаған.
Һикһән йәште уҙһалар ҙа, һаманғаса район, республика, ил, донъя хәлдәре менән ҡыҙыҡһынып, әүҙем тормош алып барған юбилярҙар гәзитебеҙҙең күптәнге дуҫтары.
Тоғро дуҫтарыбыҙҙы матур байрамдары менән ихлас күңелдән ҡотлап, иң изге теләктәрҙе теләйбеҙ!
Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.
Читайте нас