Проекттың дәүләт заказсыһы - БР Капиталь төҙөлөш идаралығы, генераль подрядсыһы - "Корунд" ЯСЙ-һы.
Бөрө ҡалаһы һәм районы һуңғы йылдарҙа йылдам үҫешә, шуға ла поликлиника төҙөү урындағы халыҡ өсөн бик кәрәк. Булған дауалау объекттары 1913-1970 йылдар арауығында ҡоролған һәм заманса медицина талаптарына яуап бирмәй.
Әле төҙөүселәр ер эштәрен тамамлаған һәм поликлиника нигеҙен ҡорған. Бинаның дөйөм майҙаны ике мең кв.метрҙан ашасаҡ.
Дауаханала "Һаҡсыл поликлиника", "Асыҡ регистратура" ойоштороласаҡ, пациенттар һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн ҡулайлы шарттар булдырыласаҡ.
Фото: Т.Аманов