Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Августа 2020, 08:55

"Һыу саңғылары"на бәйле музыкаль детектив

Был көй барыбыҙға ла таныш - уны ишетеү менән урамдан, күрше бүлмәнән зәңгәр экрандар янына йүгереп килер инек. Һүҙебеҙ "Ну, погоди!" йәнһүрәтенең башындағы музыкаль инеш тураһында булыр. Уны кем яҙған һәм башҡарғанын белергә теләүселәр - музыкаль детективтар хатта Венгрия иленә һәм Чебоксарҙар ҡалаһына барып сыҡҡан.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ХХ быуаттың 60-80-се йылдарында авторлыҡ хоҡуҡтарына иғтибар итмәгәндәр. "Ну, погоди!" төшөргәндә "Союзмультфильм" хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренә нимә оҡшаған, шул көй-моңдарҙы, йырҙарҙы ҡулланған. Һөҙөмтәлә, йәнһүрәткә шул мәлдәге СССР һәм сит илдәрҙең еңел популяр музыкаһы тупланған.



Интернетта йәнһүрәттәге йыр-моңдарҙы кем башҡарғанын тикшереүселәр, авторҙарын эҙләүселәр "Ну, погоди!"ның һәр серияһы башындағы дәртле музыка авторы тип титрҙарҙа күрһәтелгән Георгий Фиртич тип уйлаған, көйҙө иһә Вячеслав Мещериндың электромузыкаль инструменттар ансамбле башҡара тигәндәр. Тик был дөрөҫ түгел.

Күмәкләшеп эҙләү һөҙөмтәһендә 2009 йылда көйҙө венгер композиторы Тамаш Деак (Tamás Deák) яҙғаны икәнлеге асыҡланған. Был "Vizisí" ("Һыу саңғылары") көйөн Венгр радиоһының вокаль ансамбле һәм бейеү музыкаһы оркестры менән "Stúdió 11" оркестрының ритм-төркөмө 1968 йылда башҡарған булған. Композицияның тулы вариантын Чебоксарҙар ҡалаһында йәшәгән радиоһөйөүсе ни ғиллә менәндер урындағы телерадиокомпания архивынан табып алған.


Әйткәндәй, Тамаш Деак әле лә тере, уға 92 йәш тулды.



Фото: Т.Аманов
Читайте нас