Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда һуңғы тәүлек эсендә коронавирус менән сирлеләрҙең һаны 36 кешегә артҡан. Шулай итеп, Башҡортостанда барлығы 6851 кешелә COVID-19 сире рәсми рәүештә раҫланған.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелиндың һүҙҙәре буйынса, бөгөнгө көндә дауахана шарттарында 187 кеше дауалана. Уларҙың 38-нең ғүмере өсөн көрәш бара, 12 кеше үпкәне яһалма елләтеү аппараты аша тын ала. Яңы үлем осраҡтары юҡ, элеккесә - 23.
Һуңғы тәүлектә пневмония менән сирләүселәр һаны – 52. Был сирҙән һауығыусылар тәүлек эсендә 27 кешегә барып еткән.
Рәсәйҙә иһә, бер тәүлек эсендә сирҙе йоҡтороусолар һаны – 5 394 кеше (барлығы – 856 264). Һауыҡҡан пациенттар – 653 593 (+8 420). Үкенескә күрә, һуңғы тәүлек эсендә 79 кеше вирус арҡаһында донъя менән хушлашты. Вируc ҡорбандарының дөйөм һаны – 14 207.