Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Августа 2020, 20:16

Бысраҡ автомобиль өсөн штраф һалынасаҡ

Был хаҡта ҡанунды Ҡоролтай депутаттары ҡабул итте.

1 августтан Башҡортостанда яңы штраф үҙ көсөнә инә. Шул рәүешле хөкүмәт бысраҡ автомобилдәрҙә йөрөүселәр менән көрәшмәксе.
Ҡоролтай председателе Константин Толкачев һүҙҙәре буйынса, беренсе сиратта, йөк автомобилдәре хужаларына һаҡ булырға кәрәк. Бындай техника төҙөлөш бысрағын урамдар буйлап тарата, яғыулыҡты теләһә ҡайҙа түгә, үҙҙәре артынан ҡый һәм цемент ҡалдыра.
Штрафтың күләме: ябай кешеләр өсөн 500 һумдан 1000 һумға тиклем, вазифа биләүселәр өсөн - 4000 һумдан 7000 һумға, юридик йөҙҙәр өсөн - 20 000 һумдан 25 000 һумға ҡәҙәр.
Фото: bash-news.ru
Читайте нас