Мәхмүтов Әнәс Хөсәйен улы (15 ғинуар 1930 йыл) — ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1991—1998 йылдарҙа хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы ректоры, 1998—2001 йылдарҙа «Экономика и управление» журналының баш мөхәррире, 1982—2005 йылдарҙа СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең Ирекле иҡтисад йәмғиәтенең Башҡортостан республика ойошмаһының идара рәйесе. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1995), иҡтисад фәндәре докторы (1983), профессор (1984), РСФСР-ҙың (1990) һәм Башҡорт АССР-ының (1977) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1999). «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2010) һәм Салауат Юлаев (2020) ордендары кавалеры. Фото: Т.Аманов