Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров көтмәгәндә социаль селтәрҙәрҙәге “дуҫтарын” эш өҫтәленең фотоһын күрһәтеп ғәжәпләндерҙе. Тап ошо өҫтәл артында ул республика халҡының яҙмышына йоғонто яһаусы ҡарарҙарҙы ҡабул итә, документтарға ҡул ҡуя.
Хәбировтың һүҙҙәре буйынса, фото эш көнө аҙағында төшөрөлгән. Өҫтәлдә – - ижади тәртипһеҙлек. Кәрәкле папка-ҡағыҙҙарҙан тыш, өҫтәлә бер сынаяҡ ҡәһүә, эспандер һәм ҡатыны Каринэ Хәбированың фотоһы ла бар.
Фото: Радий Хәбиров/Вконтакте