Береһе - районда ғаилә ял базаһын төҙөү.
Ял базаһы йыл әйләнәһенә эшләйәсәк.
Мунсалар, балалар майҙансығы, 15 машинаға туҡталҡа төҙөргә уйлаған эшҡыуар төҙөлөш өсөн ер участкаһын арендаға һорай.
Икенсе инвестпроекттың инициаторы декоратив ваҡ таш етештереү менән шөғөлләнергә ниәтләй.
Эшҡыуарҙарҙың эш башларға аҡсалары етерлек.
Район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта был проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итәсәктәрен белдергән.
Фото: район хакимиәте төркөмөнән.