Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Июль 2020, 19:00

Бөгөн башҡорт халҡы оло юғалтыу кисерҙе

Арабыҙҙан күренекле тел белгесе, тәржемәсе, ғалим, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, филология фәндәре кандидаты, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Ғәйнислам Дәүләтбай улы Ибраһимов китеп барҙы.Иманы юлдаш, йәне йәннәттә булһын!⏬

Башҡорт Википедияһынан белешмә:
Ғәйнислам Дәүләтбай улы Ибраһимов 1968 йылдың 7 апрелендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылында тыуған. Уның атаһы билдәле тыуған яҡты өйрәнеүсе, тарихсы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Дәүләтбай Ибраһимов (мәктәп музейы уның исемен йөрөтә), әсәһе Разия Мәүлетова уҡытыу дәүерендә Баймаҡ районының иң көслө башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының береһе була.
1994 йылда Башҡорт дәүләт университетын, 1996 йылда Төркиәлә Анҡара университетын тамамлаған. 2000 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетында эшлəй. 2008 йылдан башлап Көнсығышты өйрəнеү кафедраһы мөдире
Ибраһимов Ғәйнислам Дәүләтбай улы «Урал батыр» (1996), «Аҡбуҙат», «Ҡуҙыйкүрпəс менəн Маянһылыу» («Башҡорт халыҡ дастандары», 2000), Салауат Юлаев (2004), Аҡмулла (2007) һәм башҡаларҙың шиғырҙарын; башҡорт фольклоры һəм башҡорт əҙəбиəте əҫəрҙəрен («Төрки əҙəбиəте антологияһы. Башҡорт əҙəбиəте», 29—30 т., 2004—2005, бөтəһе лə — Анҡара) төрөк теленə тəржемə иткəн. Фəнни эшмəкəрлеге төрки телдəрҙең сағыштырма грамматикаһына, төрки халыҡтарҙың фольклорына арналған. 150‑нəн ашыу фəнни хеҙмəт авторы
Фото: Т.Аманов
Читайте нас в