Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында 190 медицина хеҙмәткәре коронавирус йоҡторған, тип хәбәр итә Республика һаулыҡ-һаҡлау профсоюзының матубғат хеҙмәте. Социаль страховкалау фондынан 68,8 мең күләмендәге махсус түләүҙәр әлегә 39 кешегә генә тапшырылған.
РКД-ның хеҙмәткәре Руслан Ҡотошев һүҙҙәре буйынса, медиктар пациенттарҙы дауалаған ваҡытта эләктергән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, президент указы менән ҡаралған был түләүҙәрҙе алыу өсөн бер нисә шарт үтәлергә тейеш. Улар араһында: коронавирус диагнозы лаборатория аша ҡуйылырға һәм ул хеҙмәткәрҙең ваҡытлыса эштән сығыуына килтерергә тейеш. Шулай уҡ коронавирустың эш шарттарында йоғоуы мотлаҡ.