Балаҡатай районынан 31 йәшлек ир 30 йәшлек ҡатынын сәнскеләп үлтергән. Ирле-ҡатынлы стоматологҡа китеп барған. 2 һәм 4 йәшлек ҡыҙҙарын да үҙҙәре менән алғандар. Юлда ир менән ҡатын араһында тауыш сыҡҡан.
Сәбәбе: ҡатын телефонының "йоҙағ"ын сисеп, килгән смс хәбәрҙәрҙе иргә күрһәтеүҙән баш тартҡан. Бының өсөн ир уны тәүҙә канцелярия бысағы менән машинала уҡ сәнскеләй башлаған, артабан туҡтап, юлдың ситенә һөйрәтеп төшөргән. Ул балаларҙың ғына түгел, башҡа юлсыларҙың да күҙ алдында ҡатынынын үңәсен ҡырҡҡан, һунар бысағы менән күп тапҡыр сәнскеләгән.
Бер шаһит водитель ҡатындың нисек йән биреүен видеоға төшөрөп алған: "Ул әлегә тын ала. Ә ире ҡат-ҡат килеп сәнскеләй, мин ни эшләргә лә белмәйем", - ти кадр артындағы тауыш.
Енәйәтсе ҡулға алынған. Ул айырыуса ҡанһыҙлыҡ менән кеше үлтереү статьяһы буйынса ғәйепләнә .