Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Июля 2020, 20:39

“Мотлаҡ тағы ҡайтасаҡмын”: Ләйсән Үтәшева Башҡортостандағы ялы тураһында тәьҫораттар менән бүлеште

Билдәле телейондоҙ йәйге ялын тыуған яғында, Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында үткәрҙе.

Билдәле телейондоҙ, гимнастка Ләйсән Үтәшева быйыл йәйге ялын туғандары янында – Әлшәй районының Раевка үткәрҙе. Отпуск аҙағында ул яҡындары – нәнәйе һәм ҡартатайы менән төшкән фото менән бүлеште. Инстаграмда һалынған был фото аҫтында “Тыуған Башҡортостаным, рәхмәт, мин мотлаҡ әйләнеп ҡайтасаҡмын...” тигән яҙыу ҙа бар.
Ял ваҡытында билдәле яҡташыбыҙ әүҙем рәүештә фотолар менән бүлеште, ялы тураһында һөйләп барҙы, хатта видеоэкскурсия ла ойошторҙо. Раевканы ул “ҡеүәт урыны” тип атай.
Фото: Ләйсән Үтәшева/Инстаграм
Читайте нас