Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда һуңғы тәүлек эсендә коронавирус менән сирлеләрҙең һаны 35 кешегә артҡан. Шулай итеп, Башҡортостанда барлығы 6675 кешелә COVID-19 сире рәсми рәүештә раҫланған.
Һуңғы тәүлектә пневмония менән сирләүселәр һаны – 154. Был сирҙән һауығыусылар тәүлек эсендә 145 кешегә барып еткән.
Рәсәйҙә иһә, бер тәүлек эсендә сирҙе йоҡтороусолар һаны – 5475 кеше (барлығы – 828 990).