Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Июля 2020, 06:00

Владимир Путин Зеленский менән һөйләште

Рәсәй һәм Украина Президенттары телефон аша фекер алышты.

Владимир Путин менән Владимир Зеленский Украиналағы көрсөк тураһында һөйләшеп алды. Был күрше дәүләттә тотороҡһоҙлоҡ һаман дауам итә. Ахыры, идара итеүселәр дөрөҫ юлды таба алмай.
2019 йылдың декабрендә Украина проблемаһы "норманд форматы"нда Парижда ҡаралғайны. Шунда ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы ғәмәлгә ашырыу мөһим. Путин да шул фекерҙә. Зеленский үҙенең етди эш итә белә торған кеше икәнен әллә ни күрһәткәне юҡ әле. Үҙе "Минск килешеүе"нә лә ыңғай ҡарашын белдергән була ла, әллә инде.
- Эш менән күрһәтегеҙ, - тигән Владимир Путин.
Фото: РИА-Новости.
Читайте нас