Илеш районының Андреевка ауыл китапханаһы "Мәҙәниәт" милли проектына ярашлы ойошторолған конкурста еңеү яулаған һәм федераль ҡаҙнанан биш миллион һум аҡса аласаҡ.
Был аҡса китапхананы яңыртыуға тотоноласаҡ. Әлбиттә, компьютерҙар алынасаҡ һәм юғары тиҙлектә тоташа алыусы интернет буласаҡ. Бөгөн китап йорттары - төрлө мәҙәни һәм белем биреү сараһы, конференциялар, осрашыуҙар үткәреү урыны ла.
Әйткәндәй, "Мәҙәниәт" милли проекты буйынса уҙғарылған конкурстарҙа беҙҙең республика китапханалары даими ҡатнаша. Быйыл Дүртөйлө, Туймазы райондарында ла яңыртылған китапханалар асыла.
Фото: РФ Хөкүмәте сайтынан.