Иргә "банктың именлек хеҙмәте начальнигы" шылтыратып, уның иҫәбенән аҡса урларға маташыуҙары хаҡында хәбәр итә.
Имеш тә, тап ошо банкта эшләгән хеҙмәткәрҙәр был яуыз ниәт менән булышырға уйлай, һәм уларҙы урлашҡан ваҡыттарында тотор өсөн, ирҙең ярҙамы кәрәк. Ир аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡмаҫ өсөн "банктың именлек хеҙмәте начальнигын" тыңлап, банкоматҡа бара ла, картанан бөтә булған аҡсаһын ала.
Ир, иҫәптәге 129 мең һум аҡсаны алдым, тип "банктың именлек хеҙмәте начальнигына" шылтыратҡас, уныһы, хәҙер енәйәтселәрҙе асыҡлау буйынса операцияға хоҡуҡ һаҡлау органдарынан ҡушыласаҡтар, артабан уларҙың инструкцияһын үтәргә кәрәк, тип ышандыра.
Бер нисә минуттан икенсе номерҙан шылтыратып, хеҙмәттәшлек итергә ризаһығыҙмы, тип һорайҙар. Ир ыңғай яуаплағас, ҡабаттан "банктың именлек хеҙмәте начальнигы" шылтырата һәм аҡсаны ошо иҫәпкә күсер, тип бойора.
Ир 15 мең һум аҡсаны - шул иҫәпкә, тағы ла ике телефон номерына 114 мең һум аҡсаны күсерә.
Муттарға был аҡса аҙ күренеп, улар ирҙе онлайн-ҡушымта аша өс йылға 100 мең һумлыҡ кредит алырға күндерәләр. Ул кредит аҡсаһын да үҙҙәренә күсертәләр.
100 мең һумды күсергәс кенә ир үҙенең муттар тоҙағына ҡапҡанын аңлап, полицияға мөрәжәғәт итә.
Муттарға ҡарата енәйәт эше асылды, тип РФ ЭЭМ Октябрьский ҡалаһы буйынса бүлегенең өлкән юрисконсульты Анна Сергеева хәбәр итә.
Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.