Иртән Бишбүләк районында Бәләбәйҙән 46 йәшлек ир "Нива" машинаһында боролошта юлдан осоп түңкәрелгән. Аварияла водителдең 45 йәшлек ҡатыны үлемесле яраланған... Водитель – дауаханала. Юлда “Хәүефле боролош” билдәһе булмаған.
Кискә ҡарай Дүртөйлө районында ла Өфөнән 64 йәшлек ир "Renault Duster" машинаһында түңкәрелгән. Һөҙөмтәлә 41 йәшлек пассажир ҡатын (ул Өфө районынан) “Тиҙ ярҙам” килгәнгә тиклем йән биргән. Водитель менән 51 йәшлек пассажир ир травмалар алған.
Тәүлек эсендә 37 иҫерек водитель тотолған, урланған ике автомобиль эҙләп табылған.