Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Июль 2020, 06:05

Путин менән Эрдоган телефондан һөйләште

Рәсәй Президенты Владимир Путин менән Төркиә Президенты Рәжәп Тайып Эрдоган шылтыратышып, бөгөнгө хәл-ваҡиғалар, киләсәктә берлектә эшләү тураһында фекер алышты. Уларҙың һөйләшеү һөҙөмтәһенән шул аңлашылды: тиҙҙән Төркиәгә авиаюлдар асыласаҡ.

Дәүләттәр башлыҡтары тәүҙә Кавказ буйындағы сетерекле ваҡиғалар хаҡында һөйләшеп алды. Ишеткәнһегеҙҙер, унда әрмән-әзербайжан сигендә бәрелештәр булып алды.
Владимир Путин белдереүенсә, бындай күренештәргә юл ҡуйырға ярамай. Эрдоган да уның менән килеште. Һәм етәкселәр ғауғаны тыныс шарттарҙа яйларға кәрәклегенә баҫым яһаны.
Ике яҡлы бәйләнештәргә килгәндә, беҙ коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса ла фекер алышып ҡына торабыҙ. Кәрәк булһа, ике ил бер-береһенә ярҙам итәсәк.
Тиҙҙән, теүәлерәге 1 августан, Рәсәй һәм Төркиә ҡалалары араһында самолеттар осошо тергеҙеләсәк. Туристар интернет селтәрҙәрендә был хаҡта ҡыҙыу бәхәстәр алып бара: сығырғамы быйыл ситкә, юҡмы?
Владимир Путин Рәжәп Эрдоганды һәм Төркиә халҡын етеп килгән Ҡорбан байрамы менән дә ҡотланы.
Фото: Лента.ру.
Читайте нас