Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Июля 2020, 07:30

Ниңә мөрәжәғәттәр оҙаҡ ҡарала?

Күп әсәйҙәр 3 йәштән 7 йәшкә тиклем балаға тәғәйенләнгән аҡсаларҙы икешәр ай алып булмауҙа, социаль яҡлау бүлектәренең эшенә һүлпән ҡарауына зарлана. Асылда, бар ғәйеп күп һанлы мөрәжәғәттәрҙе эшкәртеп өлгөрә алмаған социаль бүлек хеҙмәткәрҙәрендәме икән?

БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, 23 июлгә ҡарата 140 мең кеше ғариза биргән булған.40 мең мөрәжәғәт буйынса түләүҙәр билдәләнгән, 31 меңе буйынса ҡәнәғәтләндерелмәгән. Пособие түләүҙәр буйынса кире ҡағыу күптәрҙең бер кеше иҫәбенә килемдең артыуы, ғаилә, эш хаҡы буйынса дөрөҫ булмаған мәғлүмәт биреүгә бәйле.
“Беҙ шымсылыҡ бюроһына әйләндек тиерлек. Беҙгә мөрәжәғәт итеүселәр тураһында күп кенә мәғлүмәттәрҙе яңынан асыҡларға тура килә. Өҫтәүенә, уларҙы бары тик электрон рәүештә һәм ведоство-ара хеҙмәттәшлек нигеҙендә генә алып була.”, - тип аңлатҡан Ленара Иванова.
Эш урындарында серверҙар ҙа көсөргәнешле эш күләмен күтәрә алмай, система йыш сафтан сыға. Күп әсәйҙәргә ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе аныҡлау өсөн шылтыратырға ла тура килә.Ғаризаны ҡарағанда ғаиләнең 2018-19 йылдарҙағы барлыҡ килеме иҫәпкә алына. Балалар өсөн пандемия ваҡытында Пенсия фондынан түләнгән аҡсалар килемгә иҫәпләнмәй.
Фото: sherkaly-adm.ru
Читайте нас